18+
реклама
18+
Бургер менюБургер меню

Лариса Абдуллина – Палас с узорами. Стихотворения и поэмы / Аҫалы балаҫ (страница 3)

18
Только на всём маршруте Как маяки стоят: «Здесь живут люди». Каждый ребёнок здесь — Словно рассказ о чуде. Словно благая весть: Будут здесь жить люди!

Яралы ҡала

Теге саҡта тормош ҡайнап торған, Йырлап торған күмер шахтаһы. Күмер саңы баҫҡанда ла йөҙҙө, Күҙҙә янған бәхет сатҡыһы. …Шартланымы ниҙер шахталарҙа, Ҡара һөрөм баҫҡан ҡаланы. Ялҡынлы туп оса вәхшиҙәрсә Күҙҙәренә бағып баланың! Туп тәгәрәй урам, кварталдарҙан, Ҡасабанан күсә ҡалаға. Яһилдарҙың уйынсығы тупты Кем ҡалдырған ерҙә маяға? Тынып ҡалған ҡала, туҡтап ҡалған, Ауған төҫлө яугир алышта. Шахталарҙың тәрән күҙҙәренә Ҡанмы, әллә йәшме тулышҡан. Тынып ҡалған ҡала. Яраланған. Тик ул тере ҡатын йәҙөндә! Тик ул тере ҡарттар телмәрендә! Тик ул тере бала күҙендә! Ҡала тере ирҙәр иңендә лә, Улар ауған ошо ер өсөн! Бөгөн беҙгә тотош мәктәп менән Балалары йырлар йыр өсөн!

Раненый город

Дышали шахты, с песнями, смеясь, И ночью все работали, и днём. Сквозь черноту, сквозь угольную грязь Глаза горели радостным огнём. От взрывов вздрогнули глубины шахт, Вдруг небо потемнело, опустев, И в темноте большой горящий шар Расцвёл в глазах разбуженных детей. И покатил по улицам стремглав, Дома сбивая, руша города… Кто, жуткую игрушку откопав, Ей ускоренье страшное придал? И город стих. Над ним такая тишь — Как над рядами боевых потерь. Слезами, кровью? – и не разглядишь — У шахт глаза затянуты теперь. Да, город стих. Лежит он недвижим. Но в лицах женщин – он ожить готов. В глазах детей – он, несомненно жив! Он жив – в речах спокойных стариков. Да, город жив – всему наперекор. Под ним опорой – рать солдатских тел. Чтоб нам сегодня школьный детский хор Простую песню светлую пропел.

Дуҫыма

Сер бүлешер кешем алыҫ, Сер һөйләр дуҫым йыраҡ. Бер көн тыныс таң атыр ҙа, Ул ҡайтыр донъя урап. Уның ҡайтыр көндәренә Күп тә, бәлки, ҡалмаған. Беҙҙә ҡарҙар,