18+
реклама
18+
Бургер менюБургер меню

Лариса Абдуллина – Палас с узорами. Стихотворения и поэмы / Аҫалы балаҫ (страница 1)

18

Лариса Абдуллина

Палас с узорами

Стихотворения и поэмы

Аҫалы балаҫ

© Лариса Абдуллина, текст, 2025

© Светлана Чураева, перевод, 2025

© Союз писателей России, 2025

© верстка, 2025

Яңы яҙым

Мин был яҙҙы мәңге хәтерләрмен, Мәңге иҫтә ҡалыр был иртәм. Барыһы ла миңә тәүге ине, Бүләк иткән төҫлө йыр иркәм. Тәүге тапҡыр ҡулға сәскә алып, Атлап үттем, гүйә, был ерҙән. Мин ғашиҡмын батырлыҡҡа тигәс, Яугир баҫты, гүйә, ҡәберҙән. Тәүге тапҡыр тыңлағандай булдым Йылғаларҙың яҙғы тауышын. Мин ишеттем снаряд ярылғанын, Йәш егеттең һуңғы һулышын… Тәүге яҙым минең аҡ ҡаралы, Ғашиҡ булдым, гүйә, шул төҫкә. Уҙған быуаттағы фильм кеүек, Уҙған быуаттан был кәртишкә. Туҡтамаған ваҡыт, туҡтамаған, Ул һынарға ғына теләне. Тормош дауам итә. Яҙҙа – йәшәү! Сәләм бирҙе Луганск үләне.

Новая весна

Забыть нельзя подобную весну — Её, как песню новую, тяну, И, утро белое не смаргивая с глаз, Я вижу мир, как будто в первый раз. Замёрзли пальцы, словно наяву Живой цветок с земли впервые рву. Произношу о мужестве слова — Растёт погибший воин изо рва. Впервые слышу, как из-подо льда Ползёт к реке весенняя вода, Когда от взрыва спутник мой оглох, И по губам его – последний вдох. Впервые вижу, чтоб цвета весны, Как в кадрах хроник, запечатлены. Немыслимо прекрасная весна — Лишь чернота кругом и белизна. Но нет, мгновенья не стоят, пошли. Весна идёт. Весна – всегда жива. Смотри: встаёт из дышащей земли Воскресшая луганская трава.

Тормош прозаһы

Серегән теш кеүек иҫке асфальт Саҡрым-саҡрым булып һуҙылған. Кеше йәшәмәҫтәй ҡалаларҙың, Кеше көн итмәҫтәй ауылдарҙың Урам, тыҡрығына тут тулған. Һыны ҡатҡан иҫке йорт эсенән Ғорур баҫып сыҡты бер инәй. Ике һуғыш күргән халыҡ йәшәй Ҡырғын тимәй ерҙә, яу тимәй. Ерҙә бит яҙ. Баҡсаһына инеп, Ыҙандарға һипте орлоҡтар. Теге ваҡыт һуғыш туҡтаған бит, Был юлы ла улдар ныҡ туҡмар! Һуғыш туҡтар. Ҡара көстәр бер көн Үҙ ағыуын йотоп юҡ булыр.